Өфө программисы Илгиз Фазлыев инвалид коляскаларын ремонтлай

Өс ай элек баш ҡала берҙән-бер инвалид коляскаларын ремонтлаусы компания ябылыу сәбәпле, бындай проблема менән осрағандар ҡайҙа мөрәжәғәт итергә белмәй. Илгиз Фазлыев мәсьәләне үҙ аллы хәл итергә һәм бәләгә осрағандарға ярҙам итергә була. Ихатаһындағы гаражда ул оҫтахана булдырған. БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.

Был инвалидтар өсөн колясканың иң етешһеҙ яҡтары. Илгиз Фазлыев мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең тормошонда был транспорт сараһының ниндәй роль уйнауын ишетеп кенә белмәй. Ҡыҙғанысҡа, коляскаларҙың онталыуы ла һирәк осрай торған күренеш түгел. Әгәр быға тиклем уларҙы йүнәтеп бирергә Өфө компанияларының береһе ярҙамлашһа, әлеге ваҡытта улар ябыҡ. Әммә был коляскаларға ремонт талап ителмәй тигән һүҙ түгел.

Быға тиклем дә Яңылыҡтар сығарылышында Илгиз Фазлыев тураһында сюжет сыҡҡайны. Егет һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн электромобиль уйлап тапҡан. Был проектты ул “Яңы дәүер өсөн көслө идеялар” форумында презентациялағайны. Нейротехнолгиялар, “аҡыллы” ҡоролмалар һәм һанлы сервистарҙы тормошҡа индереү инвалидтарға уңайлы шарттарҙа йәшәргә ярҙам итә. Әле бындай өс электромобиль һынау үтә.

Инвалид коляскаларын ремонтларға теләүселәр экранда күрһәтелгән һылтанма буйынса, «Бәйләнештә» социаль селтәрендә мөрәжәғәт итә ала. Эш өсөн егет аҡса һорамай, ни бары сеймал һатып алырға кәрәк. Бының менән бер рәттән Илгиз электромобиль йыйыу буйынса проектын дауам итергә һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн тренажер эшләргә ниәтләй.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ