Башҡорт тел ғилеменә һөйөү менән. Өфө фән һәм технологиялар университетында билдәле ғалимә Гөлфирә Абдуллинаның юбилейына арналған Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция үтте. Форумда шулай уҡ замандашыбыҙҙың 30 йыллыҡ фәнни хеҙмәт юлына байҡау ҙа яһалды. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты студенттары уҡыуҙа ғына түгел, йәмәғәт эштәрендә лә һынатмай. Тап улар юғары уҡыу йорто данын күтәрә. Факультетта студенттарҙың үҫеше өсөн бөтә шарттар тыуҙырылған. Сөнки, шәхес булараҡ тәрбиәләнгән йәштәрҙең киләсәге лә өмөтлө, ти декан Гөлфирә Абдуллина.
Филология фәндәре докторы, профессор Гөлфирә Риф ҡыҙы үҙ өлгөһөндә башҡаларҙы эйәртә. 30 йыл ғилми эшмәкәрлеге осоронда ул тиҫтәнән ашыу фән кандидаты һәм докторы тәрбиәләгән. Үҙе 700-ҙән ашыу ғилми-методик эштәр, шул иҫәптән 22 монография авторы. Бөгөн ғалимә ике буласаҡ фән докторының һәм 12 аспиранттың ғилми етәксеһе.
Гөлфирә Абдуллина яҡшы ойоштороусы булараҡ факультетта берҙәм коллектив тупланған. Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика йүнәлеше буйынса 10 сит илдән ике тиҫтәнән ашыу милләт вәкиле белем ала.
Юбилей рәсми ҡотлау, йыр-моңға ғына ҡоролманы. Сара «Төрки телдәрҙең халыҡ һәм төбәк-ара полилингваль киңлегендә» исеме аҫтында Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция формаһында фекер алышыу майҙанына әйләнде . Гөлфирә Абдуллинаның фундаменталь фәнгә индергән өлөшө, башҡорт телен уҡыу-уҡытыу аспекттары өйрәнелде, лайыҡлы хупланды.
Азат Ғәлиуллин



