Сирек быуат кескәйҙәр тураһында хәстәрлек. Баймаҡ ҡалаһының “Әкиәт” ҡатнаш төр балалар баҡсаһында “Йөрәктән -йөрәккә” тип аталған юбилей сараһы үтте. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
2000-се йылдың март айынан “Әкиәт” балалар баҡсаһында махсус төркөм үҙ эшен башлай. Һәм 25 йыл дауамында ул һаулыҡ мөмкинлектәре сикле сабыйҙарҙы үҫтерә, уларҙы йәмғиәткә яраҡлаштыра. Был төркөм тәрбиәләнеүселәре өсөн бөтә уңайлы шарттар, хәүефһеҙ һәм дуҫтарса мөхит булдырылған. Юбилей сараһында балалар ҡунаҡтарға үҙҙәренең ижади һәләттәрен күрһәтте.
Әкиәт” балалар баҡсаһының элекке тәрбиәләнеүселәре йәмғиәттә үҙ урындарын таба. Улар араһында Баймаҡ инвалидтар ойошмаһының урынбаҫары Павел Пуликов, Нәркәс Сирбаева. Егет һәм ҡыҙҙың мөмкинлектәре сикһеҙ, сөнки улар тырышып уҡый, эшләй, башҡаларҙы дәртләндерә.
Рүзилә Ғүмәрова



