Тест үтеү район үҙәгендәге физкультура-һауыҡтырыу үҙәгендә ойошторолған. Нормативтарҙы мәктәп уҡыусылары һәм уҡытыусылар, мәктәпкәсә белем биреү һәм мәҙәни учреждениелар вәкилдәре - барлығы 900-ләп кеше тапшырған. Сараға шулай уҡ 60 йәштән өлкәндәр ҙә йәлеп ителгән. Тест барышында ветерандар етеҙлек һәм ихласлыҡ күрһәтеп, барлыҡ һынауҙарҙы ла уңышлы үтте.
Нормативтар тапшырырға килгән 20 ветеран араһында ирекмәндәр ҙә бар ине. Ветерандар фронтҡа маскировка селтәрҙәре үрергә һәм спорт менән шөғөлләнеп сәләмәт тормошҡа ынтылышын иҫбатларға ла ваҡыт таба. ГТО нормаларын үтәү күрһәткесе буйынса Шаран районы республикала өсөнсө урында тора.



