Республика клиник перинаталь үҙәге «Ғаилә» милли проекты буйынса үпкәләрҙе яһалма елләтеү аппараттары менән йыһазландырылды. Төбәк өсөн проект буйынса бөтәһе 35 яңы аппарат алынған. Заманса ҡорамалдар шулай уҡ Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы перинаталь үҙәге менән Өфө ҡалаһы перинаталь үҙәгендә барлыҡҡа килде.
Республика клиник перинаталь үҙәгендә яңы апараттар ике корпуста - яңы тыуған сабыйҙарҙы реанимациялау һәм интенсив терапия бүлегендә эшләй. Яңы медицина техникаһындағы вентиляция режимы сабыйҙарҙың үпкәһенә көсөргәнеште кәметергә мөмкинлек бирә. Белгестәр әйтеүенсә, был етлекмәй, йә патология менән тыуған сабыйҙарға тиҙ һауығырға, үҫергә ярҙам итә.
Яңы ҡорамалдарҙа вентиляция параметрҙары шәхсән һайлана. Бүлектә 400 граммдан ашыу ғына булып донъяға килгән, йә 5 килограмлыҡ, әммә патология менән донъяға килгән сабыйҙар ҙа дауалана.
Үҙәктә әле бөтәһе 27 сабый үпкәләрҙе яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Киләсәктә 14 инкубатор, 6 гипотермия һәм башҡа заманса ҡорамалдар көтөлә. Заманса техника ваҡытынан алда, йә сәләмәтлегендә тайпылыш менән тыуған балаларҙың ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итә.
Рәмилә Исмәғилева



