“Торатау” конгресс-холында үткән киңәйтелгән ултырышта йыл дауамында алып барылған эштәр барланды. Йәмәғәт палатаһы мең ярым самаһы сара үткәргән, 16 йәмәғәт мониторингы ойошторған, уның барышында бөтә республика буйынса 4 меңдән ашыу объект тикшерелгән. Тормоштоң мөһим өлкәләрен, шул иҫәптән ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙе, ихаталарҙы төҙөкләндереүҙе, Еңеүҙең 80 йыллығына әҙерлекте контролдә тотоуға айырыуса иғтибар бүленгән. Шулай уҡ йәмәғәтселәр тел тураһындағы закондың үтәлешен контролдә тота.
Ватанды һаҡлаусылар йылында Йәмәғәт палатаһы хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән сараларҙы ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашҡан. Атап әйткәндә, акция-конкурстар үткәрелә, гуманитар ярҙам йыйыла, йәштәр өсөн илһөйәрлек дәрестәре ойошторола. Был эш киләһе йыл да дауам итәсәк, тиелде ултырышта.



