Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала икенсе әҙәби-китапханалар уҡыуы үтте

"Башҡорт әҙәбиәте һәм башҡорт китабы: яңыртыуҙар һәм традициялар". Башҡорт теле көнө алдынан Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала икенсе әҙәби-китапханалар уҡыуы үтте. Әҙиптәр, нәшриәт хеҙмәткәрҙәре һәм ғалимдар ҡатнашҡан ултырышта хәҙерге әҙәбиәт, халыҡ-ара хеҙмәттәшлек, йәш таланттарҙы дәртләндереү саралары ҡаралды. Заманса тенденциялар хаҡында ла һүҙ барҙы. Әйтәйек, һуңғы йылдарҙа Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтендә бер юлы ике дәүләт телендә донъя күргән баҫмалар уҡыусылар һанын күпкә арттырған.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ