Батырҙар хаҡында иҫтәлек мәңге йөрәктә. Баймаҡ районы Мерәҫ ауылында Махсус хәрби операция яугиры Вилдан Ғәзин рухына спорт ярышы үтте. Тулырыҡ киләһе яҙмала.
Махсус хәрби операция иғлан ителеү менән батыр ир-егеттәр ил һағына баҫа. Улар иңенә төшкән бурысты намыҫ менән үтәй. Мерәҫ ауылында тыуып үҫкән Вилдан Ғазин да тап шундай егеттәрҙең береһе була. Ипле, алсаҡ, ата-әсәһенә, туғандарына ярҙамсыл егет 2023 йылдың октябрендә үҙ теләге менән контракт төҙөй. Ике ҡаһарман ҡартатаһының батырлығын ҡабатларға ниәт иткән Ғәзим батырҙарса һәләк була.
Вилдан Ғәзиндың яҡты иҫтәлегенә Мерәҫ ауыл мәҙәниәт йортонда “Батырҙарға Дан” исемле ярыш үтте. 4 кешенән торған 3 команда төрлө конкурстарҙа ҡатнашты. Был сараны йоштороуға яугирҙең ата-әсәһе бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтте.
Рүзилә Ғүмәрова



