Уны Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Айрат Әминев үҙе етәкләне. Яңы ресурстар эҙләү барышы ҡәнғәтләнерлекме, экологияға тәьҫире нисек? Эксперттар һәм геология белгестәре фекерен БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова өйрәнде. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
Быраулау-разведка эштәрен башҡарыу һыҙатына үтер алдынан күҙәтеү советы ағзалары, эксперттар һәм журналистарҙан торған төркөмгә предприятие етәксеһе техник хәүефһеҙлек хаҡында инструктаж үткәрҙе.
Ҡайһы бер участоктарҙа урман тейелмәгән, ә эҙләү-баһалау эштәре тәғәйен нөктәләрҙә генә үтәлгән. «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәкселеге 200 гектар майҙанда башҡарылған эштәргә асыҡлыҡ индерҙе.
Күҙәтеү советы ағзалары быраулау эштәрен башлау шаһиты ла. Ҡыҫҡы ғына ваҡыт эсендә быраулау-разведка эштәре һыҙатында 35 скважина бырауланған, уларҙың дөйөм оҙонлоғо 15 мең метр тәшкил итә.
Теүәл 55 йыл элек Салауат ятҡылығында разведка эштәре башҡарылған. Ул ваҡыттағы технологиялар менән хәҙергеһе араһында айырма ер менән күк араһы. Иҡтисади шарттар ҙа башҡасараҡ. Бөгөнгө ысынбарлыҡта баҡырға хаҡ бер-нисә тапҡырға юғарыраҡ. Ул илебеҙгә стратегик сеймал булараҡ та әһәмиәтле, экологияға зыян килтермәй , тип билдәләй белгестәр.
«Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм Башҡортостан урман жужалығы министрлығы менән геологик -разведка эштәрен үткәреү буйынса өс аренда килешеүе төҙөгән.Ҡырҡылған урман һәм ағас иҫәпкә алынып Рәсәй мөлкәт министрлығы аша һатыуға ҡуйылған. Ә ҡырҡылған урман урынына яңыһын тергеҙеү 2026 йылға планлаштырылған.
Күҙәтеү советына ингән төркөмдәге белгестәр геологик-разведкалау эшендә экологияға кире тәьҫир иткән факттарҙы асыҡламаны. Социаль яуаплы «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең ятҡылыҡтағы эшмәкәрлеген бер төптән дәүләт стандарттарына яуап бирә тип баһаланы.
Быраулау-разведка эштәре һыҙатында «Саоауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте 7,5 гектар майҙанда рекультивация эштәрен башҡарған, Ҡырҡылған ағастарҙы подрядсы ойошма аукцион ярҙамында һатып алған. Әлеге ваҡытта улар Белоретҡа оҙатыла.
Гүзәл Борханова



