Был турала премьер-министр Андрей Назаров хәбәр итте. Федераль ҡаҙнанан дөйөм ярҙам суммаһы 953 миллион һум булды, был аҡсаға республика тағы 20 миллион өҫтәй. "Башҡортостан - аграр төбәк. Яҡшы кадрҙар булмаһа мул уңышҡа, экспорт үҫешенә ирешеү мөмкин түгел"- тине премьер-министр. Аҡсаның ҙур өлөшө колледждар һәм агрокластарҙы реконструкциялау, уларҙы заманса йыһазландырыуға тотонола. Шулай уҡ йәш белгестәргә торлаҡ алыу, уҡытыусыларға премия өсөн сығымдар ҡаралған.




