Ул киләһе йылдың ғинуарында ойошторола. Төп маҡсат - Урал тауҙары буйлап көньяҡтан төньяҡҡа табан 4 мең километр үтеү. Был маршрутта күҙәтелгән, теркәлгән мәғлүмәттәр белешмәләр һәм юлъяҙмаларға инә. Командала 21 кеше була, ул сәйәхәтселәр, блогерҙар һәм тәжрибәле ҡаргиҙәрҙә йөрөү оҫталарынан туплана. Экспедиция 13 ғинуарҙа старт ала һәм 29-ына тиклем дауам итә. Маршрут Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ ҡалаһынан башлана, тип хәбәр итәләр Республика эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан.




