Республикала грипп һәм тын юлы сирҙәрен йоҡтороусылар арта

Был аҙнала ауырыуҙар һаны 10 процентҡа күбәйгән. Миҙгел вирустары араһында “гонконг киҙеүе” теркәлә. Эпидемиологтар инфекцияны иҫкәртеү сараларын күрергә тәҡдим итә. Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығынан белдереүҙәренсә, ҡала һәм райондарҙа 42 мәктәп һәм балалар баҡсаһы өлөшләтә карантинға ябылған. Белгестәр йәмәғәт урындарында битлек кейергә кәңәш итә.

Фото №1 - Республикала грипп һәм тын юлы сирҙәрен йоҡтороусылар арта
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ