Шишмә районында йәшәүсе Ғәббәсовтар ғаиләһе яугирҙарға гуманитар ярҙам әҙерләй

Күмәкләгән-яу ҡайтарған. Шишмә районында йәшәүсе Ғәббәсовтар ғаиләһе яугирҙарға гуманитар ярҙам әҙерләй, шеврондар тегә. Йүнселдәр әлеге шөғөл серҙәренә балаларын да өйрәтә. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

Был бинала теген һәм сигеү машиналары иртәнге 11ҙән киске 7 гә тиклем эшләп тора. Тап сәғәт етелә әсә өлкән ҡыҙын мәктәптән алырға тейеш. Ә ял көндәре Лиана, Диана һәм Тамерлан төп ярҙамсыға әйләнә.Тамерлан да бер-нисә йыл элек тегергә өйрәнгән.Бәләкәстәре 9 айлыҡ Эмилинаға иһә апайҙары һәм ағаһы эшләгәнен күҙәтеп торорға ғына ҡала.

Минең бурыс теген машинаһы педаленә әкрен генә баҫып, мендәр тыштарын тигеҙ итеп тегеү.

Тамерлан Ғәббәсов

Алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға мендәр тултырыу өсөн апалы-һеңлеле Лиана менән Диана яуаплы.

Мендәр тигеҙ булһын өсө дүрт яҡлап башта уның мөйөштәрен, һуңынан буш урын ҡалмаҫлыҡ итеп төп өлөштө тултырабыҙ.

Лиана Ғәббәсова

Ә был машинала яугирҙарға шеврондар сигелә. Регина Ғәббәсова дәүләттән ярҙам алып артабан да эшен киңәйтергә иҫәп тота. Тиҙҙән был цехҡа дәүләт ярҙамы менән алынған заманса сигеү машинаһы ҡуйыласаҡ.

Ғаиләләге уртансы ҡыҙ Диана киләсәктә әсәһе юлын һайламаксы. Уның да хыялы тегенсе булыу.

Әлеге ваҡытта беҙ хәрбиҙәргә ярҙам итәбеҙ, ә киләсәктә мин әсәйем кеүек тегенсе булырға теләйем.

Диана Ғәббәсова
Башбат

Баш һәм өҫ кейемдәренә биҙәү элементтарын Регина үҙе уйлап таба. Спорт костюмында башҡорт һылыуҡайы, жилеттарҙа, футболкаларҙа Башҡортостан картаһы, байрағы, ҡурай сәскәһе.Кейемдәргә сигелгән элементтар туристарға һәм республикаға килгән ҡунаҡтарға төбәкте яҡшыраҡ танытыу мөмкинлеген биреү маҡсатында ҡулланыла.

Был цехта яугирҙарға йомшаҡ мендәрҙәр, шеврондар тегелә. Регина Ғәббәсова баш кейемен башҡорт нағыштары менән биҙәгән. Ғәббәсовтар ғаиләһе ике тиҫтәнән ашыу кейем-һалымды сигеү элементтары һәм Башҡортостан артибутикаһы менән биҙәй. Улар етештергән кейем Рәсәй төбәктәренән тыш, хатта Анголала ла ихтыяж менән ҡулланыла.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ