Ҡыш бабай, Ҡарһылыу һәм әкиәт геройҙары ҡатнашлығындағы сағыу байрамға профсоюз ойошмаһы ағзалары балаларынан тыш, социаль учреждениеларҙа тәрбиәләнеүселәр һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарҙың ғаиләләренән ҡыҙҙар һәм малайҙар саҡырылды. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Яңы йыл тамашаһы йыр-моңға, тылсымға ла бай. Стәрлетамаҡ артистары әҙерләгән театрлаштырылған сара быны тағы бер ҡат иҫбатланы. Һәр баланың улар күңелен күрергә тырышты. Иглин районынан Фиданиә Рафиҡова Профсоюз республика шыршыһына ике улы менән килгән. Ғаилә байрамдан үҙҙәре өсөн онотолмаҫ тәьҫораттар ҙа алды, Яңы йыл теләктәрен әйтте.
Тантаналы шарттарҙа «Иң яҡшы шыршы уйынсығы» һәм «Һалдатҡа Яңы йыл открыткаһы» республика конкурстары еңеүселәренә диплом һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды. Сарала профсоюз ағзаларының балалары һәм профсоюз ойошмаһында булған социаль учреждениеларҙа тәрбиәләнеүселәр ҡатнашты. Финал этабына республика комитеттары тарафынан һайлап алынған 400-ләп уйынсыҡ һәм открытка һайлап алынған.
Профсоюз шыршыһына килеүселәр йола буйынса спектакль дә ҡараны. Был юлы тамашасылар иғтибарына Илшат Йомағолов исемендәге Башҡорт драма театры билдәле Рәсәй анимация йәнһүрәтен сәхнәләштергән. Профсоюздар әйтеүенсә, һәр бала Яңы йылдан мөғжизә, тылсым көтә, ә өлкәндәрҙең бурысы кескәйҙәрҙең хыялын тормошҡа ашырыу.
Азат Ғәлиуллин



