Уҡытыусылар ғилми-ғәмәли конференция нигеҙендә ойошторолған презентацияла башҡорт милли эпосының рухи ҡиммәте, әһәмиәте һәм киләсәге тураһында ла һүҙ барҙы. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
Башҡорт тарихы-Урал батыр мираҫында. Ҙур хазина булған боронғо эпостың төп нөсхәләге йөкмәткеһе яңы китапта донъя күрҙе. Өфөлә»Урал батыр«ҡобайыры-башҡорт халҡының рухи мираҫы» китабының исем туйына ғалимдар, педагогтар, яҙыусылар, тарихсылар йыйылды. Презентацияла һынылышлы осорҙа милли рухты, көстө сағылдырған эпостың әһәмиәте, кешелек өсөн кәрәклеге кеүек һорауҙар күтәрелде.
Башҡорт халыҡ ижадының бөйөк ҡомартҡыһы-«Урал батыр» эпосының тәрбиәүи көсө баһалап бөткөһөҙ. Ул балалар баҡсаһынан уҡ үҫеп килгән быуындың телендә. Педагогтар конференцияһында башҡорт телен өйрәнеүҙе балалар баҡсаһында уҡ эпосты популярлаштырыу мәсьәләләре ҡаралды.
Яҙыусы мәғрифәтсе Мәрйәм Бураҡаева, Салауат Юлаев ордены кавалеры, меценат Мәрйәм Солтанова һәм ижади төркөм көсө менән донъя күргән китап тиҙҙән репсубликала ҙур тиражда нәшер ителәсәк
Ф.Миһранова




