Радий Хәбиров республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарына эш сәфәре менән барҙы

Беренсел медицинаға заманса инфраструктура. Рәсәй Хөкүмәте, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы етәкселеге илдең дүрт төбәгендә, шул иҫәптән Башҡортостанда милли проект буйынса төҙөлгән яңы дауалау учреждениелары эшенә старт бирҙе. Атап әйткәндә, Асҡын үҙәк район дауаханаһында яңы поликлиника сафҡа инде. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарына эш сәфәре барышында быйыл асылған мәғариф һәм мәҙәниәт учреждениелары эшмәкәрлеге менән дә танышты. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Беренсел медицина ярҙамы тағы ла көсәйтелде. Асҡын үҙәк район дауаханаһының яңы поликлиникаһы сафҡа инде. Объект эшмәкәрлегенә видеоконференция бәйләнеше аша Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Татьяна Голикова менән һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко старт бирҙе. Республикала һаулыҡ һаҡлау өлкәһен, айырыуса ауыл медицинаһын үҫтереүгә йүнәлтелгән саралар федераль кимәлдә йәнә юғары баһаланды

Поликлиника 17 меңдән ашыу кешене хеҙмәтләндерәсәк. Төбәк башлығы Радий Хәбиров медицина учреждениеһында табиптар өсөн булдырылған эш шарттарына, хатта, көнләшерлек тип һоҡланыуын белдерҙе.

Поликлиника «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты һәм «Беренсел медицина ярҙамын яңыртыу» төбәк программаһы буйынса файҙаланыуға тапшырылды. Төҙөлөшкә дөйөм алғанда яҡынса 760 млн һум аҡса йүнәлтелгәйне. Сменаһына 250 кешене ҡабул итеүгә иҫәпләнгән ике ҡатлы бина заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Объект асылыуы-табиптар өсөн дә, пациенттарға ла көтөп алынған ваҡиға.

Асҡын районында һуңғы ете йыл эсендә 18 фельдшер-акушерлыҡ пункты сафҡа ингән. Ике йыл элек Иҫке Ҡаҙансы ауылында ла яңы табип амбулаторияһы асылғайны. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров медицина учреждениеһы эшмәкәрлеге менән танышып, тәүлек әйләнәһенә халыҡ сәләмәтлеге һағында булған хеҙмәткәрҙәр менән аралашты. Әйтәйек, Айгөл Сабитова «Ауыл табибы» программаһы буйынса тыуған яғына эшкә ҡайтҡан.

Асҡынға эш сәфәре барышында, Радий Хәбиров Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү буйынса совет ултырышын да уҙғарҙы. Эшлекле осрашыуҙа төбәктә беренсел медицина ярҙамын нығытыу сараларына йомғаҡ яһалды. Быйыл федераль программа буйынса төбәктә 6 поликлиника төҙөлгән. Шулай уҡ 134 фельдшер-акушерлыҡ пункты, табип- амбулаторияһы, дөйөм практикалағы табип офисы асылған. Биш меңдән ашыу берәмек медицина ҡорамалы, 99 санитар автотранспорт һатып алынған. Инфраструктураны яҡшыртыу буйынса саралар тағы да дауам итәсәк. Совет ултырышы сиктәрендә оҙаҡ йылдар был өлкәлә фиҙаҡәр хеҙмәт иткән бер төркөм белгестәргә юғары дәүләт наградалары ла тапшырҙы.

Башҡортостанда мәғариф тармағын нығытыу буйынса ла күләмле эш алып барыла, әйтәйек быйыл сентябрҙә иҫәп буйынса унынсы полилингваль мәктәп асылды. Төбәк башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре барышында Тәтешле районының Яңы Тәтешле ауылындағы удмурт телен тәрән өйрәнеүгә нигеҙләнгән белем усағы эшмәкәрлеге менән танышты. Полилингваль мәктәп урындағы мәғариф учреждениеһы базаһында ойошторолған. Объекттың капиталь ремонты Рәсәй президенты иғлан иткән федераль программа буйынса башҡарылғайны. Төбәк етәксеһе уҡыу кабинеттарын, спорт һәм тамаша залдарын ҡараны, педагогтар һәм балалар менән аралашты.

Мәктәптә 116 уҡыусы белем ала. Дәрестәр билингваль нигеҙҙә: рус һәм удмурт телдәрендә алып барыла, башҡорт теле дәүләт теле булараҡ өйрәнелә. Муниципалитетта полилингваль мәктәп асыу тураһында ҡарар 2023 йылдың ғинуарында Башҡортостан башлығының районға эш сәфәре һөҙөмтәләре нигеҙендә ҡабул ителгәйне.

Тәтешле районында удмурт теленә юғары иғтибар йүнәлтелеүе осраҡлы түгел, республикала йәшәгән удмурттар иҫәбе буйынса муниципалитет икенсе урында. 1996 йылда булдырылған милли мәҙәни үҙәк тә милләттең йола, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлауға тос өлөш индерә, быйыл сентябрҙән ойошма вәкилдәре яңыртылған

бинала эш башланы. Капиталь ремонт, ҡорамалдар менән йыһазландырыу һәм биләмәне төҙөкләндереүгә дөйөм алғанда, 200 миллион һум аҡса йүнәлтелгән.

Мәҙәниәт учреждениеһында музей, китапхана, бейеү һәм тренажер залдары, балаларҙы үҫтереү бүлмәһе урынлашҡан. Үҙәк ҡарамағында тиҫтәгә яҡын фольклор коллективы эшләй, грант буйынса проекттар тормошҡа ашырыла.

Тарихи мәҙәни үҙәк биләмәһендә ил батырҙарына һәйкәл, Советтар Союзы геройы Үлмәҫ Шакиров менән Рәсәй Геройы Игорь Нәсибуллин иҫтәлегенә бюсттар ҙа ҡуйылған. Республика башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операция биләмәһендә ҡаһармандарса һәләк булған замандашыбыҙҙың ата-әсәһе менән бергә хәтер сараһында ҡатнашты.

Тәтешле районында йәшәүсе һәр кем өсөн Изге урын-ватан һаҡсылары мемориаль комплексы ла яңырыу кисергән. уңайлы ҡала мөхите булдырыу федераль программаһында еңеү һөҙөмтәһендә биләмәлә күләмле төҙөкләндереү эштәре башҡарылған. Мемориалда Бөйөк Ватан һуғышы һәм локаль бәрелештәрҙә ҡатнашыусылар, махсус операция геройҙары исемдәре уйып яҙылған-быуындар бәйләнеше, ватанға тоғролоҡ билдәһе/

Майҙанда Еңеү көнөнә арналған тантаналы митинг, йәштәр өсөн илһөйәрлек саралары ла уҙғарыласаҡ. Халыҡ хәтере мәңгелек, һәйкәлдәр тереләр өсөн кәрәк, ти тәтешлеләр.

Гөлназ Хәйбуллина

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ