Өфө районы Николаевка ауылы ирекмәндәре МХО биләмәһенә 1220-се маскировка селтәре оҙата

Өфө районы Николаевка ауыл биләмәһенең «Бергә» ирекмәндәр ойошмаһы махсус хәрби операция биләмәһенә 1220-се маскировка селтәре оҙата. Өс йыл элек ойошторолған хәрәкәттә егермеләп кеше иҫәпләнә. Ауыл ҡатын-ҡыҙҙарының фиҙаҡәрлеге тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева.

«Бергә» ирекмәндәр ойошмаһы махсус хәрби операция яугирҙарына Яңы йыл бүләктәре туплай. Хәрбиҙәр өсөн кемдер бал, мәктәп уҡыусылары ойоҡбаштар килтергән, ә Рәфиҙә Рауил ҡыҙы ҡулы, йә аяғы өҙөлгән хәрбиҙәргә йөн чехолдар бәйләгән.

Доға уҡып үрелгән маскировка селтәре мотлаҡ балалар ғүмерен һаҡлаясаҡ тип ышана улар. Хәрбиҙәрҙе балалар тиҙәр, сөнки ирекмәндәрҙең күбеһе хаҡлы ялдағы тәрбиәселәр, уҡытыусылар. Улар Николаевка ауылынан махсус хәрби операцияла хеҙмәт иткән яугирҙарҙың һәр береһен белә.

Өфө районының Николаевка ауылы халҡын бергә туплаған ирекмәндәр хәрәкәте өс йыл эшләп килә.Ҡатын-ҡыҙҙар 1220 маскировка селтәре үргән. Бында һәр кем Еңеүҙе яҡынайтыуына ышана. Любовь менән Юрий Сениндарҙың берҙән- бер улдары Сергей былтыр яуҙа һәләк булған. Китеүенә ун биш көндән һуң ҡайғылы хәбәр алған ғаилә бында күңел йыуанысы таба.

Ирекмәндәр хәрәкәтен пенсионер Рәйлә Алламоратова ойошторған. Уның изге эшенә тормош иптәше Фәйзулла Һибәтулла улы ла ҡушылған. Иҫке мебелдән таҫма ҡырҡыу өсөн ҡулайламаны ла ул оҫталап биргән.

Ирекмәндәр бында яугирҙарға кейемдәр ҙә тегә. Теген машинкаларын һәр кем өйөнән килтергән. Ғүмер буйы тегенсе булып эшләгән Лидия Кутеева етәкселегендә әле разведка өсөн махсус костюмдар тегелә. Ирекмәндәр окоп шәмдәре лә эшләп оҙата. Шәм парафинға балауыҙ ҡушып әҙерләнә. Меңәр саҡырым алыҫта яҡташтарыбыҙға был шәмдәр ҡараңғыны яҡтыртып, тыуған яҡ йылыһын һәм һауаһын, йөрәк сәләмдәрен еткерһен өсөн.

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ