Табиптар әйтеүенсә, йоғошло сирҙең таралыуы быйыл иртәрәк күҙәтелә, сөнки ноябрҙә көн йылы тороп һауа торошо декабрҙә ҡапыл үҙгәрҙе. Халыҡты бигерәк тә яңы инфекция-Гонконг киҙеүе борсоуға һала. Сирҙән ҡурҡырға кәрәкме һәм уның билдәләре ниндәй? Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Миһранова яҙмаһында.
Республика клиник йоғошло ауырыуҙар дауаханаһында грипп менән ауырыусы үҫмерҙәр һәм өлкәндәр байтаҡ. Температуралары юғары күтәрелгән пациенттар ашығыс ярҙам хеҙмәте менән килтерелгән. Уларҙың диагнозы А тибындағы грипп йәки Гонконг киҙеүе. Әммә табиптар өсөн был диагноз яңылыҡ түгел, ул башҡа йылдарҙа ла ошо уҡ билдәләр менән үткән.
Гонконг киҙеүе дөрөҫ дауалаған осраҡта бер аҙна тирәһендә үтә. Ошо уҡ сама көндәр сир йоғошло һанала. Киҙеүгә ҡаршы иң яҡшы иҫкәртеү сараһы тип вакцина һанала. Шаран районында төрлө билдәләр менән дауаханаға килгән пациенттар араһында Гонконг теркәлмәгән, мөрәжәғәт итеүселәрҙә киҫкен респиратор инфекция асыҡланған.
Быйыл киҙеү республикаға ҡәҙимгенән алдараҡ килгән. Табиптар бындай динамиканы республикала һауа торошоноң тотороҡһоҙлоғона бәйләй. Аҡ халатлылар ябай профилактик сараларға иғтибар итеп, ваҡытында медицина учреждениеһына мөрәжәғәт итергә кәңәш итә.
Ф.Миһранова



