Башҡортостан Башлығы Тәтешле районында полилингваль мәктәп менән танышты

Ул Яңы Тәтешле ауылында урынлашҡан. Белем усағы удмурт телен төплө өйрәнеүгә нигеҙләнгән. Бында Рәсәй президенты иғлан иткән федераль программа буйынса ремонт башҡарылған. Радий Хәбиров уҡыу кабинеттары, спорт һәм тамаша залдарын ҡараны, педагогтар һәм балалар менән аралашты. Мәктәптә 100-ҙән ашыу уҡыусы белем ала. Дәрестәр рус һәм удмурт телдәрендә алып барыла, дәүләт теле булараҡ башҡорт теле өйрәнелә. Уҡытыусы Ольга Ғилемйәнова.

Башҡортостан Башлығы Тәтешле районында полилингваль мәктәп менән танышты

Тәтешле районы республикала йәшәгән удмурттар һаны буйынса икенсе урында. Бында 1996 йылда милли-мәҙәни үҙәк булдырылған.  Быйыл сентябрҙә ойошма вәкилдәре яңыртылған бинала эш башланы. Капиталь ремонт, ҡорамалдар алыу һәм биләмәне төҙөкләндереүгә 200 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Район хакимиәтенең мәҙәниәт идаралығы етәксеһе Гөлзада Харисова:

Башҡортостан Башлығы Тәтешле районында полилингваль мәктәп менән танышты

Мәҙәниәт учреждениеһында музей, китапхана, бейеү һәм тренажер залдары, балаларҙы үҫтереү бүлмәһе бар. “Үҙәк ҡарамағында тиҫтәгә яҡын фольклор коллектив эшләй, грант буйынса проекттар тормошҡа ашырыла”, - ти Башҡортостан удмурттары милли-мәҙәни үҙәге Советы ағзаһы Сәлимйән Ғарифуллин.

Башҡортостан Башлығы Тәтешле районында полилингваль мәктәп менән танышты

Киләһе йылдың февралендә Яңы Тәтешле ауылында “Дуҫлыҡ күпере” удмурт мәҙәниәте фестивален уҙғарыу ҡарала.  Апрелдә Башҡортостан удмурттары съезын ойоштороу планлаштырыла.

Динара Сафина 

Фото №1 - Башҡортостан Башлығы Тәтешле районында полилингваль мәктәп менән танышты
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ