Республика Хөкүмәтендә дәүләт наградаһын тапшырыу буйынса комиссия ултырышы уҙҙы. Унда 2023 һәм 2024 йылдарҙа донъя күргән эштәр баһаланды. Быйыл премия вокал сәнғәте өлкәһендә башҡорт музыкаһын пропагандалаған Дамир Тайыповҡа, Кемел Тоҡаевтың “Серле эҙ” китабын тәржемә иткән Заһиҙә Мусина һәм Рәзинә Урманшинаға, хореография сәнғәте үҫешенә тос өлөш индергән Хәбир Аралбаевҡа тапшырыла.




