Благовещен үҙәк дауаханаһы шәфҡәт туташы “Беренсе тирмә” проекты менән махсус хәрби операцияға юлланды. Был турала районы хакимиәте башлығы Анна Карабанова социаль селтәрендә белдерҙе. “Лилиә исемле ханым 30 йылдан ашыу медицина өлкәһендә хеҙмәт итә. Хирургия бүлегенең операция бүлмәһендә ярҙамсы булып эшләй. Уның улы һәм кейәүе алғы һыҙыҡта хәрби бурысын үтәй. Шәфҡәт туташы ирекмәнлек эшмәкәрлеге менән әүҙем шөғөлләнә, яугирҙарға гуманитар ярҙам йыя”, - тип яҙған хакимиәт башлығы.




