Әбйәлил халҡы махсус хәрби операция биләмәһендәге яҡташтарына сираттағы гуманитар ярҙам оҙатты

Яңы йылға берҙәм көс менән. Әбйәлил халҡы махсус хәрби операция биләмәһендәге яҡташтарына сираттағы гуманитар ярҙам оҙатты. Был дүрт йөк машинаһынан һәм шунса еңел автомобилдән торған иң ҙур ылау. Район хакимиәте башлығы Айрат Әминев үҙенең сығышында урындағы халыҡтың берҙәмлеген, фронттағы ауылдаштарына ярҙам итеү теләге ҙур билдәләне. Ул шулай уҡ ирекмәндәр хәрәкәтенә айырым рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе. Гуманитар ярҙам составында аҙыҡ-түлек, йылы кейемдәр, мунсалар, төҙөлөш материалдары, шулай уҡ яугирҙарҙың көнкүрешен яҡшыртыу өсөн кәрәкле ҡорамалдар бар. Бынан тыш, балалар һалдаттарға хат яҙған һәм бүләктәр әҙерләнгән.,Дауыт ауылындағы «Рәсүлиә» мәсете имам-хатибы Сәйфулла Ғайсин йөктө һәм ватан һаҡсыларының именлегенә доға ҡылып аят уҡыны.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ