Башҡортостан Ташкент өлкәһе менән бәйләнештәрҙе нығыта

Республика Башлығы Радий Хәбиров һәм Үзбәкстандың Ташкент өлкәһе хакимы Зойир Мирзаев видеэлемтә аша әңгәмәләште. Берҙәм проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу мәсьәләләре ҡаралды. Мәҫәлән, "Бекабад" тигән технорпарк булдырыу планлаштырыла. Был биләмәлә Башҡортостан резиденттары етештереү цехтарын асырға тейеш. Үзбәкстан шулай уҡ ҡунаҡхана бизнесы, баҫыусылыҡ һәм малсылыҡ өлкәләрендә берҙәм проекттар менән ҡыҙыҡһына.

Фото №1 - Башҡортостан Ташкент өлкәһе менән бәйләнештәрҙе нығыта
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ