Өфөлә йәштәр пластик ҡапҡастарҙы эшкәртеүгә йәлеп ителә

Ҡалдыҡтарға ҡаршы көрәш. Өфө дәүләт нефть техник университетының ДоброЦентр командаһы пластик ҡапҡастарҙы эшкәртеү буйынса проектты тормошҡа ашыра.

Проектты ойоштороусылар уҡыусылар һәм студенттарҙы интерактив һәм оҫталыҡ дәрестәрендә экологияға һаҡсыл ҡарашҡа өндәй. Йәштәр пластик шешәләр ҡапҡастарын эшкәртеү өсөн махсус пункттарға тапшырырға өйрәнә һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға үҙ өлөшөн индерә.

Өлкәндәр ҙә, балалар ҙа пластик ҡапҡастарҙы беҙҙең йәштәр үҙәгенә килтерә. Уларҙы шулай уҡ университетта урынлашҡан штабҡа ла тапшырырға мөкин. Күптән түгел беҙ ошо ҡапҡастарҙан ошондай матур брелоктар эшләргә өйрәндек.

Эльзана Тәҡиуллина, «Экомолодежка.02» хәрәкәте етәксеһе
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ