Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары вазифаһына Данияр Абдрахманов тәғәйенләнде. Был турала Радий Хәбиров Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә иғлан итте. Данияр Абдрахманов Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры булды, философия фәндәре кандидаты, доцент. Шулай уҡ 2023 йылдың 13 декабрендә Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе итеп һайланды.



