2019 йылдан алып Башҡортостанда «Уңайлы ҡала мөхите булдырыу» федераль проекты буйынса 806 йәмәғәт биләмәһе яңыртылған. Республика башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында үткән «Йәмәғәт киңлектәре сәғәте»ндә район-ҡалаларҙы төҙөкләндереү мәсьәләләре ҡаралды.
Быйылдан был йүнәлештә эш «Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. 2030 йыл аҙағына тиклем тағы ла 930 йәмәғәт биләмәһен тәртипкә килтереү планлаштырылған. Төбәктең торлаҡ коммуналь хужалыҡ министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, быйыл 1 млрд 100 миллион һумдан ашыу федераль аҡса ярҙамында 100 объект төҙөкләндерелгән, тағы 70 биләмә республика программалары һәм башҡа проекттар ярҙамында яңыртылған.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Дәүләт хеҙмәттәре» порталында электрон форматта тауыш биреү һөҙөмтәһендә киләһе йыл программаға инәсәк 144 биләмә һайлап алынды. Башҡортостан торлаҡ пункттары Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса иң яҡшы проекттар конкурсында ҡатнашып та, башланғыстарҙы тормошҡа ашырыуға 6 млрд һумдан ашыу аҡса йәлеп итте, сумманың яртыһынан күбеһе федераль аҡса. Кәңәшмәлә Өфө урамдарын һәм йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү мәсьәләләре лә ҡаралды. Киләһе йыл Ленин исемендәге паркта ремонт эштәре тамамлана. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Салауат Юлаев һәйкәле майҙанын яңыртыу концепцияһын да әҙерләргә ҡушты



