Башҡортостандың дәүләт автоинспекцияһы етәксеһе Владимир Севастьянов хәбәр итеүенсә, «Мерседес» маркалы автобус Туймазынан Удмурт республикаһындағы Галанов ҡасабаһына юлланған булған. Билдәләнгән урынға тиклем 40 километр самаһы ҡалғанда, 55 йәшлек водитель идара итеү һәләтен юғалтҡан. Һөҙөмтәлә транспорт сараһы электр бағанаһына бәрелеп түңкәрелә. Был мәлдә салонда 16 кеше була, уларҙың икәүһе зыян күрә. Әле уларға дауаханала медицина ярҙамы күрһәтелә, ваҡиға урынында махсус хеҙмәттәр эшләй.



