Башҡортостан студенты Вадим Харисов Рәсәй Президенты премияһына лайыҡ булды

Өфө дәүләт нефть техник университеты студенты, химия буйынса халыҡ-ара олимпиадалар еңеүсеһе Вадим Харисов һәм уның остаздары Рәсәй Президенты премияһына лайыҡ булды. Һәләтле яҡташыбыҙ Республика инженер лицей-интернаты уҡытыусыһы Айнур Ғүмәров менән Башҡортостанда олимпиада хәрәкәте остаздары ассоциацияһы рәйесе Тимур Мәннәнов етәкселегендә күләмле ярыштарға әҙерләнә. Һуңғы тапҡыр ул Сәғүд Ғәрәбстанында уҙғарылған олимпиадала йыйылма команда менән берлектә алтын миҙал яуланы. Халыҡ-ара кимәлдәге еңеүҙән һуң ул ил президенты премияһына тәҡдим ителде. Вадим Харисов менән тренерҙар күләмле дәртләндереү сараһын тәүгә генә алмай, 2023 йылда ла ул ошо уҡ составҡа бирелгәйне.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ