Башҡортостан башлығы «Дөрөҫлөк. Яуаплылыҡ. Ҡаһарманлыҡ» премияһын яулаусы журналистарҙы тәбрикләне

Радий Хәбиров махсус хәрби операция биләмәһе яңылыҡтарын, яугирҙар тормошон алғы һыҙыҡҡа барып яҡтыртҡан журналистарҙың хеҙмәтен баһалап, ҡыйыулыҡ һәм объектив мәғлүмәт өсөн оло рәхмәтен еткерҙе.

Тантанала киң мәғлүмәт сараларында эшләгән 20 журналист 300-әр мең һум күләмендә премия менән бүләкләнде. Улар араһында БСТ каналының «Яңылыҡтар» тапшырыуы махсус хәбәрсеһе һәм әлеге ваҡытта алғы һыҙыҡта хеҙмәт итеүсе коллегабыҙ Рафиҡ Әхмәтшин һәм «Әсәй» телепроектының ижади коллективы ла бар.

Киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре «Дөрөҫлөк», «Яуаплылыҡ», «Ҡаһарманлыҡ», «Йыл ғәмәле», «Һиҙгер йөрәк» кеүек номинацияларҙа айырым билдәләнде. Бүләкләнеүселәр араһында республика район-ҡала гәзиттәре журналистары ла бар.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ