Агросәнәғәт комплексы предприятиелары, профилле уҡыу йорттары һәм ветеринария хеҙмәте эшмәкәрлеге һәм киләсәге. Башҡортостанға эш сәфәре менән Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры урынбаҫары Роман Некрасов килде.
Тәүҙә ул Ауырғазы районындағы «Урожай» һөтсөлөк комплексы менән танышты. Был мегафермала 6 мең ярымдан ашыу һауын һыйыры аҫрала. Быйыл 60 мең тоннанан ашыу һөт етештереү күҙаллана. Агрохолдинг етәксеһе Радик Рафиҡов производствоны киңәйтеү буйынса пландары хаҡында һөйләне. Министр урынбаҫары шулай уҡ Ҡырмыҫҡалы район ветеринария станцияһында булды. Ул танышҡан музей экспонаттары араһында урта быуат фолианттары-мәҫәлән, француз телендә 18 быуатта нәшер ителгән йорт хайуандарын дауалау буйынса белешмә бар.
Башҡортостан ғилми-производство ветеринария лабораторияһында Роман Некрасов учреждениеның эш күрһәткестәре, республикала эпизоотик хәл, диагностик тикшереүҙәрҙең нисек һәм ҡайҙа үткәрелеүе менән ҡыҙыҡһынды. Башҡорт дәүләт аграр университетында вазифалы ҡунаҡ уҡыу лабораторияларын ҡараны һәм студенттар менән осрашты.



