Республикала Радий Хәбиров етәкселегендә милләт-ара мөнәсәбәттәр советы ултырышы үтте

Республикала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә милләт-ара мөнәсәбәттәр советы ултырышы үтте. Сарала дини конфессия лидерҙары, йәмәғәт ойошмалары, милли-мәҙәни берләшмә етәкселәре татыулыҡты һәм тыныслыҡты һаҡлау өсөн эшлекле тәҡдимдәр индерҙе, йыл йомғаҡтарын барланы. Совет ултырышында милли сәйәсәт алдында көнүҙәк һынауҙар, йәмғиәт өсөн хәүеф тыуҙырған ойошмалар эшмәкәрлегенә ҡаршы көрәш мәсьәләләре күтәрелде Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Миһранова яҙмаһында.

Күп милләтле Башҡортостан татыулыҡ өлгөһөн күрһәткән алдынғы республика. Милләт-ара татыулыҡты һаҡлау советы ултырышында төбәктә ошо йүнәлештә башҡарылған эш һөҙөмтәләре барланды. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров конфессия һәм милләт-ара берҙәмлекте үҫтереүҙә мәҙәни-тарихи үҙәктәр, дәүләт программалары эшен юғары баһаланы. Республика етәксеһе был йүнәлештәге һорауҙарҙы етди иғтибарға алып шәхсән контролдә тота.

Башҡортостан дини конфессия лидерҙары, йәмәғәт ойошмалары, милли-мәҙәни берләшмә етәкселәре сығыш яһап татыулыҡты һәм тыныслыҡты һаҡлау йүнәлешендә эшлекле тәҡдимдәр индерҙе. Киң мәғлүмәт сараларында таратылған мәғлүмәт өсөн яуаплыҡты көсәйтеүгә, көнбайыш иддәренән килгән деструктив ғәҙәттәрҙең йоғонтоһо кәметелеүгә баҫым яһалды.

Башҡортостан милләт-ара татыулыҡтың, берҙәмлектең, ижтимағи тотороҡлолоҡтоң яҡшы өлгөһө булып тора. Милләттәр дуҫлығы реcпубликаның хазинаһы, бөгөнгө таянысы һәм киләсәге. 2026 йыл Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы тип иғлан ителде һәм был ҡарар илебеҙҙә йәшәгән 190-дан ашыу халыҡ һәм этник төркөмдәр араһында мөнәсәбәттәрҙе нығытыуға тағы ла бер этәргес.

Флорида Миһранова

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ