«Үткән быуаттан хәҙерге көнгә» тип аталған форум Башҡортостан төбәк бүлексәһе һуҡырҙар йәмғиәтенең йөҙ йыллығына арналды. Унда Калининрадтан алып Сахалинға тиклем һәм Луганск, Херсон, Донецк, Запорожье өлкәләренән 250 ашыу делегат ҡатнашты. Фекер алышыу һуҡырҙар һәм күреү буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙе социаль-реабилитациялау мәсьәләләренә арналды.
Пленар ултырышта Республика Хөкүмәте менән Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәте араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.
«Торатау» конгресс-холл бинаһы фойеһында инвалидттарҙы реабилитацялауҙа ҡулланылған ҡорамалдар, спорт йыһаздары, уҡыу әсбәптары менән танышырға мөмкин ине.
Форум сиктәрендә күреү һәләте сикләнгән граджандарҙы уҡытыусылар түңәрәк өҫтәл артында фекер алышты, эш алымдары хаҡында тәжрибә уртаҡлашты. Башҡортостан һуҡырҙар һәм күреү һәләте буйынса мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙы реабилитацилауҙа Рәсәйҙә алдынғы урындарҙы биләгән 10 төбәк исемлегендә. Республикала 7 мең ярым самаһы кешенең күреү буйынса мөмкинлеге сикле. Улар йәмәғәт эшен дә алып барырға тырыша. Өфөлә күп йылдар «Аҡтырнаҡ» ярҙамсы эттәр клубы эшләй.



