Киләһе яҙма Яңы йыл байрамына ыуылдырыҡ һатып алыусылар өсөн файҙалы булыр. Сөнки был ризыҡтың һатыуҙа ике төрлөһө бар- тәбиғи һәм яһалма. Тик уларҙы нисек айырырға? Өфөлә балыҡ магазины тотоусы беҙгә ябай ғына ысул өйрәтте.
Совет ваҡытында ла, хәҙер ҙә бигерәк тә ҡала халҡы Яңы йыл байрамы өҫтәлен ыуылдырыҡһыҙ күҙ алдына килтермәй. Тик элек ул ҡыҙыл йә ҡара төҫө менән генә айырылһа, хәҙер-ысын һәм яһалма булыуы менән.
Зарема Зәйнәшева ыуылдырыҡты аҙыҡ рационында даими ҡуллана. Уны бер магазинда алырға күнеккән. Алыр алдынан тәмләп ҡарай. Гел ҡулланғас, тәбиғиҙе яһалманан тиҙ айыра.
Ирек Бикмөхәмәтов балыҡ һатыу эше менән утыҙ йыл шөғөлләнә. Төрлө ҡатнашмаларҙан яһалған ыуылдырыҡты натураль ыуылдырыҡтан айырыу ысулы ябай, ти ул. Ыуылдырыҡты эҫе һыуға һалырға кәрәк. Әгәр һыу аҡһыл төҫкә инһә- продукт натураль, алһыу, матур төҫ сыҡһа-яһалма.
Хаҡы төшкән мәл- йәй, балыҡ ыуылдырыҡ сәскән ваҡыт. Иң ҡиммәтле хаҡ, әлбиттә Яңы йыл байрамдарына.Ҡайҙа тотолғанына ла бәйле.Камчатка, Сахалиндан самолет менән ташыла, шуға ла ул хаҡына йоғонто яһай. Яһалма ыуылдырыҡ иһә арзан. Өфөлә магазин тотҡан эшҡыуар ыуылдырыҡты маркетплейс аша һатып алырға кәңәш итмәй.
Ыуылдырыҡ составындағы Омега-3, кальций һәм фосфор, селен, А,Д, Е, В12, еңел үҙләштерелеүсе аҡһымдар сәләмәтлеккә файҙалы.
Аҙыҡ өҫтәмәләре, буяуҙар, тәмләткестәр, консерванттар ҡушып икра формаһы бирелгән һәм структурлаштырылған тигән билдә менән һатылғанын ҡулланырғамы, юҡмы, һәр кем үҙе хәл итә.
Рәмилә Исмәғилева



