19 декабрҙә Рәсәй президенты менән тура бәйләнеш үтә

Эксперттар әле үк быйыл күтәреләсәк темаларҙы күҙаллай. Ғәҙәттәгесә, илдең социаль-иҡтисади үҫеше, тышҡы сәйәси хәл, махсус хәрби операция, граждандарҙың социаль тәьминәте, коррупцияға ҡаршы көрәш көнүҙәк темалар иҫәбендә. Быйыл шулай уҡ эске сәйәсәткә ҡағылған һорауҙар ҙа булыуы ихтимал. Шуларҙың береһе-киләһе йыл көтөлгән Дәүләт Думаһына һайлау.

Дәүләт башлығына һорауҙарҙы тура эфир тамамланғанға тиклем ебәрергә мөмкин. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, 1 миллиондан ашыу мөрәжәғәт ҡабул ителгән. Һорауҙар программаның рәсми сайтында текст һәм видеоформатта ла бирелә, 0-40-40 һандарына SMS йәки MMS ебәрергә була, шулай уҡ 8-800-200-40-40 телефон һандары буйынса шылтыратыуҙар ҡабул ителә. Мөрәжәғәттәрҙе граждандар «Однокласники», «Бәйләнештә» социаль селтәрҙәрендәге рәсми берләшмәләр аша һәм тәүге тапҡыр Рәсәйҙең Мах мессенджеры ярҙамында бирә аоа. Быйыл да Владимир Путин менән тура бәйләнештә Башҡортостандан 5 киң мәғлүмәт сараһы вәкиле ҡатнаша.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ