Иртәгә Рәсәй президенты менән тура бәйләнеш үтә

Ул Өфө ваҡыты менән сәғәт 2-лә башлана. Кремлдән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй президенты тура эфирҙа йыл ваҡиғаларына йомғаҡ яһай, журналистар һәм тамашасылар һорауҙарына яуап бирә. Һәр кем москва-путину.рфсайты аша, шулай уҡ 0-40-40 һандарына СМС хәбәр менән, 8-800-200-40-40 телефонына шылтыратып һорауын ҡалдыра ала. Шулай уҡ социаль селтәрҙәр аша мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Эксперттар быйыл күтәреләсәк темаларҙы күҙаллай. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Шамил Вәлиев.

Иртәгә Рәсәй президенты менән тура бәйләнеш үтә

Дәүләт башлығына һорауҙарҙы программа тамамланғанға тиклем ебәрергә була. Бөгөнгә миллиондан ашыу мөрәжәғәт ҡабул ителгән. Быйыл Владимир Путин менән тура бәйләнештә Башҡортостандан 5 киң мәғлүмәт сараһы вәкиле ҡатнаша.

Фото №1 - Иртәгә Рәсәй президенты менән тура бәйләнеш үтә
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ