Илеш районында күнекмәләр уҙғарылды. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, йыл һайын һунарсылыҡ биләмәләре тикшерелә. Һәләк булған ҡабан сусҡалары кәүҙәләре юҡ ителә. Уҙған йылда 29 кәүҙә табылған. Уларҙың күбеһе браконьерлыҡ һәм авариялар арҡаһында һәләк булған. - Хәүефле сирҙәрҙе иҫкәртеү системаһы һөҙөмтәле эшләй, тип белдерҙе ведомство етәксеһе Нияз Фазылов.




