Бөгөн ул Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың пленар ултырышында сығыш яһаны. - Башҡортостан депутаттар корпусы федераль кимәлдә әүҙем эш алып бара. Быйыл беҙҙең 17 башланғыс Закон сығарыусылар советына тәҡдим ителгән. 15 федераль закон проекты Думаға тапшырылған. Быйыл ике сессияла республика парламенты 222 закон проекты ҡараған, уларҙың 151-е закон статусын алған. Бөгөн төп йүнәлеш - махсус хәрби операция бурыстарын хәл итеү. Быйыл яугирҙар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам буйынса 4 закон ҡабул ителде. Өс проект федераль үҙәккә тапшырылды. Тағы ла 4 башланғыс ҡарала, тине Радий Хәбиров.




