Федераль һалым хеҙмәтенең республика идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, граждандар өсөн түбән ставка ҡаралған. Әммә, ул 2026 йылдың 1 ғинуарына бурысы булғандарға ҡағылмай. Мәҫәлән, 87 ат көслө Лада Гранта машинаһы өсөн һалым 870 һум. Ул йыл аҙағына тиклем түләнмәһә бурыслы 2 мең 175 һум тейеш була. Һалым буйынса бурыстарҙы Һалым хеҙмәте сайтында ҡарарға, йә һалым инспекцияларында белешергә мөмкин.




