Күгәрсен районы Мораҡ ауылында 14 етем балаға яңы фатир асҡыстары тапшырылды

Өс ҡатлы йортто Торлаҡ төҙөлөшө фонды төҙөгән, ул ауылдың үҙәгендә урынлашҡан, эргәһендә мәктәп һәм башҡа мөһим социаль объекттар бар, тип белдерәләр Төҙөлөш һәм архитектура министрлығынан. Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, йыл башынан Башҡортостанда 779 етем бала яңы фатир менән тәьмин ителгән. Йыл аҙағына тиклем ошо категорияға ҡараған тағы 171 кешегә торлаҡ бирелә. Был маҡсатҡа федераль һәм республика бюджеттарынан 3 миллиард һумға яҡын аҡса ҡаралған.

Фото №1 - Күгәрсен районы Мораҡ ауылында 14 етем балаға яңы фатир асҡыстары тапшырылды
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ