Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтайҙың 28-се пленар ултырышында сығыш яһаны

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайҙың 28-cе пленар ултырышында ҡатнашып, депутаттарға конструктив һәм һөҙөмтәле эш өсөн рәхмәт белдерҙе. Киләһе йылға бурыстар ҙа билдәләнде. Әйтәйек, ун айҙан һуң Дәүләт думаһына һәм Өфө ҡала советына депутаттар һайланасаҡ. Сәйәси кампанияға әленән үк әҙер булыу талап ителә. Ултырышта күтәрелгән көнүҙәк мәсьәләләр тураһында БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина яҙмаһы.

Быйыл Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың 30 йыллығы билдәләнде. Төбәк закон сығарыу органының эш сифаты йылдан-йыл камиллаша бара, республика парламенты депутаттары федераль ҡануни повестканы булдырыуҙа ла әүҙем ҡатнаша. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров пленар ултырышта ҡатнашып, Хөкүмәт менән берлектә алып барылған эш өсөн рәхмәт белдерҙе. Барлыҡ пландар һәм башланғыстар ҙа ҡануни яҡлау таба, тине төбәк етәксеһе.

Быйыл башҡорт депутаттарының 17 ҡануни башланғысы Закондар сығарыу советына ебәрелһә, федераль кимәлгә тәҡдим ителгән 15 закон проекты-Дәүләт Думаһында ҡаралған. Һуңғы ике сессияла республика парламенты ағзалары 222 закон проектын ҡараған, уларҙың 151-е раҫланған.

Быйыл Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары тарафынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙамға йүнәлтелгән 4 закон ҡабул ителгән. 3 ҡануни башланғыс федераль үҙәккә ебәрелгән. Тағы ла 4 республика закон проекты әҙерләнә. Әйтәйек, әле алғы һыҙыҡтан ҡайтҡан яугирҙарҙы эшкә алыу буйынса квота билдәләү тураһында ҡануни документ беренсе уҡыуҙа ҡабул ителде. Дөйөм алғанда, ветерандар өсөн биш меңдән ашыу хеҙмәт урыны барлыҡҡа килер тип көтөлә.

Пленар ултырыштың көн тәртибенә 50-гә яҡын мәсьәлә индерелгәйне, уларҙың күп өлөшө республика закон проекттарын тикшереүгә бәйле. Депутаттар шулай уҡ киләһе өс йылға бюджет документтарын ҡараны.

Депутаттар иғтибарына Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр Йәмәғәт палатаһы эшмәкәрлеге буйынса отчет та тәҡдим ителде. Халыҡ һайланыусылары алдағы яҙғы сессияға яҡынса эш программаһын да раҫланы.

Гөлназ Хәйбуллина

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ