Башҡортостанда Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылына йомғаҡ яһалды. Ошо уңайҙан бөгөн «Торатау» конгресс-холында уҙған тантаналы сарала Радий Хәбиров ҡатнашты. Сараға махсус хәрби операция ветерандары, власть органдары һәм илтөбәктәренән Ватанды һаҡлаусылар фонды филиалдары етәкселәре йыйылды. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева.
Йылды йомғаҡлау тантанаһы алдынан «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалдары етәкселәре бөтә Рәсәй семинар-кәңәшмәһендә ҡатнашты. Унда Рәсәйҙең бөтә субъекттарынан 130-ҙан ашыу вәкил йыйылды. Ватанды һаҡлаусыларға ярҙам итеү йүнәлешендә Башҡортостан маҡсатлы эш алып бара. Башҡаларға өлгө күрһәтерлек саралар быйыл тағы ла артҡан.
Республикала Ватанды һаҡлаусылар дәүләт фонды филиалының 20 ярҙам үҙәге уңышлы эшләй. Үҙәктәр эшләгән урындарҙа ярҙамдың яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләренә оператив рәүештә күрһәтелеүе билдәле. Президент ҡушыуы буйынса «Башҡортостан Геройҙары» республика кадрҙар программаһы ғәмәлдә. Ветерандар бөтә кимәлдәге идара итеү командаларына әүҙем йәлеп ителә. Өс яугир ауыл биләмәләрен етәкләй, тағы ла өсәүһе Дәүләт Йыйылышы, 47-һе урындағы үҙидара органы депутаты.
Былтыр республикала ойошторолған махсус хәрби операция ветерандары Ассоциацияһы меңдән ашыу кешене берләштерә. Ойошма ярҙамында хәрбиҙәргә ярҙам күрһәтелә. Торлаҡҡа газ үткәреү, уны инвалид ветерандар ихтыяждарына яраҡлаштырыу, ер участкалары бүлеү, эшкә урынлашыу һәм башҡа мәсьәләләр хәл ителә.
Ҡайтҡан хәрбиҙәр яңы һөнәрҙәр үҙләштерә, эшҡыуарлыҡ нигеҙҙәрен өйрәнә, илһөйәрлек йүнәлешендә әүҙем эш алып бара.
Махсус хәрби операция ветерандары спортҡа йәлеп ителә, улар төбәк һәм ил кимәлендәге ярыштарҙа еңеүҙәр яуларға ла өлгөргән.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылы тамамлана, әммә был эш киләсәктә тағы ла көсәйә. Бигерәк тә ҡаты яраланған хәрбиҙәр, йә яу ҡырында һәләк булғандарҙың ғаиләләренә ярҙам итеү беҙҙең изге бурысыбыҙ тине, республика етәксеһе.
Рәмилә Исмәғилева




