Өфөлә «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалының яңы бүлексәһе асылды

Совет майҙанында урынлашҡан фонд бүлексәһен асыу тантанаһында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Төбәк етәксеһе махсус хәрби операцияла яраланып ҡайтҡан яугир-ветерандарға ҡул менән йөрөшлө автомобиль асҡыстарын тапшырҙы. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Миһранова яҙмаһында.

Ватан һаҡсыларына-машина асҡыстары. Махсус хәрби операцияла яраланып ҡайтҡан яугир-ветерандарға ҡул менән йөрөшлө автомобиль асҡыстары тапшырылды. Руль артына ултырыусы ир-егеттәр транспорт сараһы менән идара итеү өсөн махсус уҡыуҙар үткән.

Яугирҙарға автомобиль асҡыстары тапшырыу Өфөлә «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды төбәк филиалының яңы бүлексәһендә үтте. Совет майҙанында урынлашған яңы үҙәк 500 квадрат метр майҙанды биләй. Бында психологтар, юристар, социаль координаторҙар ҡабул итә, архив бүлеге эшләй.

«Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондында яугирҙар өсөн күп яҡлы ярҙам саралары ойошторолған. Филиалда бөгөн республика буйынса 120 социаль координатор эшләй. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров фонд эшмәкәрлеген киңәйтеү бурысын ҡуйҙы.

Ватанды һаҡлаусылар фонды бүлексәләрендә яугирҙарҙы реабилитациялау һәм социаль тормошҡа яраҡлаштырыу, ҡайтанан уҡытыу, эшкә урынлаштырыу, медицина, юридик һәм башҡа мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн шарттар тыуҙырылған. Ике йыл эсендә Башҡортостанда социаль координаторҙар 120 мең мөрәжәғәт итеүсегә ярҙам иткән һәм был эш артабан дауам итә.

Флорида Миһранова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ