Йәнә алғы һыҙыҡҡа. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң, Өфөнән махсус хәрби операция биләмәһенә өлөшләтә мобилизация буйынса саҡырылыусы һәм үҙ теләге менән хәрби хеҙмәтте һайлаусылар юлланды. Улар баш ҡаланан тыш, республиканың башҡа район-ҡалаларынан йыйылған хәрбиҙәр. Махсус хәрби операция биләмәһенә дүрт тиҫтәнән ашыу яҡтабышыбыҙ юлланды. Ғаиләләре, яҡындары менән бергәләп ял итеп, көс туплағандан һуң улар хәрби бурыстарын үтәргә Башҡортостан етәкселеге тарафынан бүленгән уңайлы автобустарҙа бара.



