Радий Хәбиров Дәүләт именлеге хеҙмәткәрҙәрен юғары наградалар менән бүләкләне

Көс структураларының элитаһы. Дәүләт именлеге хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан республика башлығы Радий Хәбиров Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәрен юғары дәүләт наградалары менән бүләкләне.

Төбәк етәксеһе махсус хеҙмәттәрҙең бар осорҙа ла милли хәүефһеҙлекте, дәүләт суверенитетын тәьмин итеүҙә, илдең Конституция ҡоролошон һаҡлауҙа мөһим роль уйнауын билдәләне. «Идаралыҡ һәр ваҡыт иң яҡшылар иҫәбендә, барлыҡ йүнәлештәр буйынса ла профессиональ һәм берҙәм эш итә» -тине Радий Хәбиров.

Идаралыҡ етәксеһе Игорь Кочнев республика етәкселегенә һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарына оператив хеҙмәт бурыстарын үтәгәндә, хәрбиҙәрҙең социаль мәсьәләләрен хәл иткәндә күрһәтелгән ярҙам, иғтибар һәм берҙәм эш өсөн рәхмәт белдерҙе. Шулай уҡ бер төркөм офицерҙарға орден-миҙалдар тапшырылды. Тантаналы йыйылышҡа шулай уҡ хәүефһеҙлек органдары ветерандары ла саҡырылғайны, йәмәғәт ойошмаһы тарафынан бөгөн үҫеп килгән быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү буйынса даими саралар уҙғарыла.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ