Рәсәй Президенты Владимир Путин менән тура бәйләнешкә ике миллиондан ашыу мөрәжәғәт килгән. Ҙур матбуғат конференцияһы менән берләштерелгән эфир иртәгә көндөҙгө сәғәт 2-лә башлана. Йылдың иң мөһим ваҡиғаһында Башҡортостандан да бер төркөм журналистар ҡатнаша. Коллегаларыбыҙҙың дәүләт башлығына әҙерләгән һорауҙары менән БЮТ хәбәрсеһе Илдар Байбулатов ҡыҙыҡһынды.
Рәсәй Президенты хакимиәте алдына иртәнән алып сират теҙелгән. Владимир Путин менән йыл йомғаҡтарына арналған сараға Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙе йыйылған. Бөгөн улар аккредитация үтте һәм коронавирусҡа тест тапшырҙы.
Быйылғы матбуғат конференцияһында Башҡортостандан 5 кеше ҡатнаша. Улар республиканы борсоған проблемалар, махсус хәрби операция һәм ҡала-райондар үҫешенә бәйле төрлө һорауҙар әҙерләгән.
Әбйәлилдән Таңсулпан Йомағужина район гәзиттәренең йәш белгестәргә ҡытлыҡ кисереүен билдәләй. Эш хаҡы бәләкәй булғанға күрә күптәр яҙмышын матбуғат тармағы менән бәйләргә теләмәй. Проблеманы хәл итеүҙә «Ауыл журналисы» программаһы ҙур өлөш индерер ине тигән фекерҙә Таңсулпан Марат ҡыҙы.
Иртәгә үтәсәк сараның көн тәртибе президентҡа килгән һорауҙарға бәйле. Әммә һуңғы йылдарҙа Владимир Путин традицион рәүештә иҡтисад, социаль сәйәсәт, халыҡ-ара мөнәсәбәттәр кеүек темалар, шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың яҡындарын борсоған проблемаларҙы күтәрҙе. Быйыл да тап ошо мәсьәләләргә өҫтөнлөк бирелер тип көтөлә.
И. Байбулатов



