Башҡортостанда законһыҙ ылыҫлы ағастар һатыуға ҡаршы рейд уҙғарылды

Бөгөн законһыҙ рәүештә ылыҫлы ағастар менән сауҙа итеүселәргә ҡаршы рейд ойошторолдо. Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы белгестәре ҡатнашлығындағы профилактик сара республиканың барлыҡ төбәктәрендә лә үтте. Ведомство хеҙмәткәрҙәре бер сауҙа нөктәһен дә иғтибарһыҙ ҡалдырмай, тауарға бәйле документтарҙың теүәллеген тикшерҙе. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Яңы йыл ҡупшыҡайҙарынан хуш еҫ бөркөп тора. Күҙең төшкән, теләгән ылыҫлы ағасты алырға мөмкин. Улар ҡырҡылған килеш тә, тупраҡҡа ултыртылғаны ла, хатта бер букетлыҡ композиция итеп эшләнгәне лә һатыла.

Тик сауҙаның хоҡуҡлы нигеҙҙә алып барылыуы шарт. Яңы йыл алдынан инспекторҙар ылыҫлы ағастар һатылған бар сауҙа нөктәләрен иғтибарға ала. Ведомство хеҙмәткәрҙәре һатыусының һәм тәҡдим ителгән тауарға документтарҙың да теүәллеген тикшерә.

Һәр ҡырҡылған ағас өсөн питомник, йә урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре генә түгел, уны тейәгән рулдәгеләр ҙә яуаплы. Ылыҫлы ағастарҙы рөхсәтһеҙ ҡырҡыу ҡәтғи тыйыла. Закон боҙоусыларға ҙур күләмдә штраф янай. Бындай хәлдәргә юл ҡуймаҫ өсөн урман һаҡсылары декабрҙә көн һайын рейдтар ойоштора.

Законһыҙ эш алып барыусылар бармаҡ менән һанарлыҡ булһа ла бар. Шулай ҙа башҡа йылдарҙан айырмалы, уларҙың кәмеүе күҙәтелә. Сөнки, штраф санкциялары ла юғары. Физик шәхестәргә 3 мең һумдан алып булһа, вазифа биләүселәргә 20, юридик шәхестәргә 200-300 мең һум самаһы штраф туләргә тура киләсәк.

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ