Башҡорт дәүләт аграр университетының һигеҙ факультетында 9 меңдән ашыу студент белем ала. Уҡыу йортоноң 2-се корпусында капиталь ремонт-университет юбилейына ҙур бүләк. Барлыҡ эштәр «Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү» милли программаһының «Агросәнәғәт комплексында кадрҙар»федераль проекты сиктәрендә башҡарылған. Ремонт барышында Рәсәйҙең аграр вуздары өсөн булдырылған берҙәм стандартҡа ярашлы архитектур биҙәлеш яңыртылған, энергияны һөҙөмтәле файҙаланыусы тәҙрә конструкциялары һәм эске бүлмәләр монтажланған, заманса лекция залдары һәм мультимедиа системалары менән уҡыу аудиториялары йыһазландырылған.
Бер быуатҡа яҡын ваҡыт эсендә был стеналарҙан илебеҙ өсөн иң яҡшы белгестәр сыҡҡан. Яңыртылған корпус студент йәштәр өсөн һөнәри үҫеш майҙансығы буласаҡ. Студенттар заманса шарттарҙа сифатлы белем аласаҡ, ғилми тикшеренеүҙәрҙә ҡатнашасаҡ тип күҙаллана. Әлеге ваҡытта юғары уҡыу йорто йылдам үҫешә, инновацияларға ынтыла һәм йәштәрҙең ихтыяждарына яуап бирерҙәй проекттарҙы ҡыйыу тормошҡа ашыра. Юғары уҡыу йортонда студенттарҙы төрлө яҡлап үҫтереүгә, шәхес итеп тәрбиәләүгә етди иғтибар бүленә



