Баймаҡ ҡалаһының өҫтәмә белем биреү учреждениеһы педагогтары менән урындағы ДОСААФ бүлексәһе «Буласаҡ яугирҙар» оборона-спорт конкурсын ойошторҙо. Йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләү маҡсатында үткән конкурста 5 мәктәп командаһы ҡатнашты.
«Буласаҡ яугирҙар» оборона-спорт конкурсы ике өлөштән торҙо. Тәүгеһендә уҡыусылар хәҙерге замандың ысын геройҙары менән осрашты. Махсус хәрби операция ветераны Сәлимйән Италмасов хәрби бурыстың мөһимлеге, батырлыҡ тураһында ҡыҙыҡлы аралашыу алып барһа, ирекмән Көнһылыу Әхмәтова тылда алғы һыҙыҡ яугирҙарына ярҙам итеүҙең әһәмиәте хаҡында һөйләне.
Конкурстың икенсе өлөшөндә 5 команда үҙ-ара спорт төрҙәрендә ярышты. Егеттәр үҙҙәренең физик әҙерлеген һәм көсөн күрһәтте. Ярыш пневматик винтовканан атыу, оҙонлоҡҡа һикереү һәм Ватан Геройҙарына арналған викторинаны үҙ эсенә алды.
Ярыш йомғаҡтары буйынса Баймаҡ ҡалаһының 2-се мәктәбе командаһы еңеүсе тип билдәләнде. Буласаҡ яугирҙар«оборона-спорт конкурсы патриотик тәрбиә өлкәһендә һөҙөмтәле хеҙмәттәшлектең сағыу миҫалы. Ул быуындарҙың тарихи хәтерен һәм күсәгилешлеген һаҡлауҙы тағы бер тапҡыр һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Рүзилә Ғүмәрова



