Башҡортостандан үҙәкләштереп оҙатылған 168-се гуманитар ылау Донбасҡа барып еткән

Уны республиканың исемле батальондары, «Башҡортостан» полкы һәм мобилизацияланған яугирҙар үҙҙәре ҡаршы алған. Тыуған яҡтан һалдаттарға юғары үтемле автомобилдәр, 20 кубометр төҙөлөш материалдары, аҙыҡ-түлек һәм көнкүреш кәрәк-яраҡтары оҙатылғайны. Шулай уҡ төрлө ойошма-предприятиелар тарафынан техникалар өсөн запас частар һәм тәгәрмәстәр, электр генераторҙары ла тейәлгән булған. Яугирҙарға Башҡортостан халҡы медикаменттар, шәхси гигиена әйберҙәренән посылкалар ҙа ебәргән. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар яҡташтары сәләмен ихлас ҡабул итеп алды.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ