Пиротехника һатылған сауҙа нөктәләре күҙәтеүҙә. Өфөлә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре тарафынан фейерверктар һатылған нөктәләргә рейд уҙғарылды. Яңы йыл байрамын нисек хәүефһеҙ һәм һаулыҡҡа зыянһыҙ үткәреү ҡағиҙәләре хаҡында киләһе яҙмала.
Өфө универмагы туҡталышындағы был бинала фейерверктар, петардалар, бенгаль уттары һатыла.Һатып алыусыларға тәҡдим ителгән тауарҙарҙың ассортименты биш тиҫтәнән ашыу. Башҡаланың граждандар хәүефһеҙлеген тәьмин итеүсе хеҙмәттәре һатыусыларҙан тауарҙарға сертификаты һәм янғын һүндреү йыһаздары барлығын тикшерҙе.Һатыу нөктәһендә барлыҡ хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре лә үтәлеүе асыҡланды.
Пиротехника менән сауҙа итеүсе магазиндан халыҡ өҙөлмәй.Айырыуса Яңы йыл байрамы алдынан һатып алыусылар ағымы бер-нисә тапҡырға арта тип билдәләй эшҡыуарҙар. Андрей Роумен Өфөгә петардалар алырға Бишбүләк районынан килгән. Ғаилә башлығында яҡындарының хәүефһеҙлеге өсөн яуаплылыҡ тойғоһо көслө. Шуға күрә лә ул фейерверктар һәм петардаларҙы урамдағы сауҙа нөктәләренән түгел, ә сертификиты булған махсус магизиндарҙа һатып алыуҙы хуп күрә.
Һатып алыусыға шунда уҡ тауарҙы нисек дөрөҫ ҡулланыу хаҡында инструктаж үткәрелде. Ә ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре янғын хәүефһеҙлеген үтәү тәртибн хаҡында буклеттар таратты.
Пиротехника һатып алырға теләгән ҡыҙҙарға ла һатыусы башта һорау бирҙе. 16 йәше тулмаған үҫмерҙәргә был тауарҙарҙы һатыу закон буйынса тыйылғанлығын аңлатты. Ҡыҙҙарға кире боролоп сығыуҙан башҡа сара ҡалманы.
Пиротехниканы дөрөҫ ҡулланмаған осраҡта балалар ғына түгел, өлкәндәр ҙә зыян күреүе ихтимал. Урындағы хакимиәт тарафынан петардалар һәм салюттарҙы ҡулланыу өсөн махсус урындар бүленә.
Айырыуса Яңы йыл ҡаршылағанда халыҡ пиротехниканы күпләп ҡуллана. Байрам саралары һәм яңы башланып торған йыл күңелһеҙ осраҡтарға юл ҡуймаһын өсөн бындай техниканы ҡулланғанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләпен мотлаҡ үтәргә кәрәк Сөнки пиротехника хаталарҙы һәм урынһыҙ шаярыуҙы ғәфү итмәй, ти ҡотҡарыусылар.
Гүзәл Борханова



